43 миллион һумлыҡ "бүләк"04.02.2019
Белгородта йәшәгән 71 йәшлек әбей биш йыл элек телемагазинда күҙенә салынған иконаны һатып алырға була. Уны билдәле сит ил авторы яҙған. Пенсионер бының өсөн 50 мең һум аҡсаһын күсерә лә хәбәр көтә башлай. Әммә уға был иконаның ялған булыуы хаҡында әйтәләр.

Магазин юристары әбейгә йөҙләгән мең доллар күләмендә компенсация алыуҙа ярҙам итеүҙе вәғәҙәләй. Имеш, суд мәшәҡәттәрен улар үҙ өҫтөнә ала. Ә икона эйәһенә суд сығымын түләү ҙә етә. Әбей күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерә башлай. Тәүге хаҡ 25 мең һум булһа, артабан алтын сертификатлы ысын иконаны алыу 15 миллионға барып етә.

Шулай итеп, әбей 43 миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға бүләк итеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Ул был сумманы 35 йыл буйы йыйған.


Вернуться назад