“Кулибиндар”, һеҙ ҡайҙа?04.02.2019
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 31 мартҡа тиклем тәҡдимдәр ҡабул итә.

Дәүләт премияһы йәмғиәт тураһындағы, техник һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереүгә, яңы техника һәм алдынғы технологиялар өлгөләрен эшләүгә тос өлөш индергән өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Республика Башлығының сайтында эштәрҙе тәҡдим итеү һәм документтарҙы тултырыу тәртибе күрһәтелгән. Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 43, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, 315-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93.




Вернуться назад