Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәктәп белеменең беренсе форумында сит телдәрҙе өйрәнеүгә лә туҡталды.
– Тағы ла кешегә нимә кәрәк? – тине Радий Фәрит улы. – Миңә ҡалһа, инглиз телендә аралашыу. Ысынлап та, балаларҙы инглиз теленә өйрәткәндә, ғәҙәттә, күп ваҡытты орфография менән грамматикаға бүләбеҙ. "Ҡайҙа барырға?" "Туңдырманы ҡайҙан һатып алырға?" Сит илгә барғанда ул инглиз телендә иркен һөйләшә белергә тейеш.
Был йәһәттән Сәлимә Айтуғанова бәхетле – инглиз телен яҡшы белә. Ул инглиз теле дәресенән тыш репетиторға даими йөрөгән. Һөҙөмтәлә бөгөн сит телде һыу кеүек эсә. “Сит илгә сәйәхәт итергә яратам, ундағы кешеләр менән бер ниндәй тартыныуһыҙ һөйләшәм”, – ти ул.