“Биш көнлөк”кә ҡасан күсәбеҙ?04.02.2019
Республикала ҡайһы бер мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына 1 апрелдән үк күсергә мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.

Кемдәрҙер дүртенсе сирек башынан яңы өлгөлә уҡый башлаһа, башҡаларҙың “биш көнлөк”кә 1 сентябрҙә күсеүе ихтимал.

Айбулат Хажин яңы форматтың уҡыу предметтарының һанын ҡыҫҡартыуҙы аңлатмауын, федераль белем биреү стандарттарына ярашлы дәрестәрҙең теҙмәнән төшөп ҡалмаясағын белдерҙе. Бары тик максималь дәрес һанын күҙаллаған санитар нормаларҙы үтәргә кәрәк буласаҡ.

Социаль селтәрҙәрҙә һорау алыу буйынса, яуап биреүселәрҙең 95 проценты Башҡортостанда биш көнлөк уҡыу аҙнаһын индереү яҡлы.





Вернуться назад