Асыҡ ҡоҙоҡ күрһәң, хәбәр ит04.02.2019
Башҡортостандағы бөтә район һәм ҡала хакимиәттәре ҡапҡастары ябылмаған ҡоҙоҡтар тураһындағы хәбәр булғанда хәлде төҙәтергә әҙер. Халыҡ ошондай ҡоҙоҡтар буйынса социаль селтәрҙәрҙә лә хәбәрләшә.

“Стәрлетамаҡтан Салауат яғына сыҡҡан юлда ташландыҡ заправка ҡаршыһында асыҡ ҡоҙоҡ бар, ахыры. Ул фанера менән генә ҡапланған, ә ҡар таҙартыу машинаһы уны урынынан ҡуҙғатҡан”, – тип яҙа ошо урамда йәшәгән кеше.


“Ҡоҙоҡто яптыҡ. Асыҡ ҡоҙоҡтар тураһында 25-17-09 телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ”, – тинеләр Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә.
Дәүләкән ҡалаһынан да шундай проблеманы күтәреп сыҡтылар: “Тыныслыҡ урамында асыҡ ҡоҙоҡ бар. Һаҡ булығыҙ! Хәүеф-хәтәргә осрамайыҡ, кемдер ҡаплар, бәлки”?


“Хәбәр иткән өсөн рәхмәт! Беҙҙең хеҙмәт унда барҙы, урын тәртипкә килтерелде. Шуға оҡшаш хәлдәр булғанда, 3-58-00 телефонына шылтыратығыҙ”, – тип аңлатма бирҙе Дәүләкән ҡала хакимиәтенән баш белгес Игорь Липовой.




Вернуться назад