Сираттағы командировкаға юлға сыҡтым. Автобусҡа ултырғас, ауырыу ҡыҙын етәкләгән, ҡулына һәлмәк кенә сумка тотҡан ҡатын пассажирҙарҙың иғтибарын йәлеп итте. Үҙенә текләгән ҡараштарҙы тойҙо булһа кәрәк, бер кем һүҙ ҡушмаһа ла, бөтәһенә лә ишетерлек итеп һүҙ башланы. Әллә инде күңелендә урғылған хәсрәтен таратырға уйланы...
— Ҡыҙыма быйыл 14 йәш тула, инвалидлығын раҫлатырға һәм оҙайтырға тип шунса йыл ВТЭК-ка йөрөйбөҙ. Бына шулай этелә-төртөлә ауырыу бала менән барабыҙ. Оҙаҡ йылдарға тип яҙығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, барыбер һауығып китмәй, ниндәй диагноз икәнлеген беләһегеҙ ҙә инде тиһәм дә, табиптар йыл һайын килеүҙе талап итә, — тине ул.
Шул арала ҡыҙын йәтешләп ултыртты. Бер ни аңламаған, нимәлер әйтергә тырышып, уны-быны төртөп күрһәткән балаһына яғымлы һүҙҙәр әйтеп тынысландырҙы. Уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәткән пассажирҙар, ни әйтергә лә белмәй, үҙ уйҙарына сумды. Ошо хәл оҙаҡ йылдар түшәктә ятҡан атайым һәм ғүмеренең һуңғы йылдарын апайымда үткәргән әсәйемде күҙ алдыма баҫтырҙы. Атайымдың вафатына егерме йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн инвалидлыҡ ҡағыҙына ҡағылышлы ҡараштың шул килеш ҡала килеүе ғәжәпләндерә. Ҡаты сиргә юлыҡҡас, атайыма өсөнсө группа тәғәйенләнеләр, артабан икенсегә күсерҙеләр. Йыл һайын яҙ айында инвалидлығын раҫлатырға Баймаҡ ҡалаһына юлланыр ине. Һуңғы барыуында ике таяҡҡа таянып ҡайтһа ла, шул уҡ группала ҡалдырыуҙарына күптәр аптыраны. Бөтөнләй түшәккә ятҡас, ауыл фельдшеры I группа юллау өсөн һәм ғүмерлеккә инвалидлыҡты рәсмиләштерәйек тигән ниәттән райондан табип саҡырҙы. “Ағайҙың йөрәге ныҡ әле, уға бер нисек тә I группа биреп булмай”, — тип сығып киткәйне. Өс айҙан һуң атайым вафат булды.
Әсәйемә операция яһап, һул аяғын киҫкәндән һуң алты ай тирәһе дауаханала ятты, икенсе группа тәғәйенләнеләр. Бер йылдан һуң комиссия ҡарап (ярай әле өйгә килделәр), шул уҡ группаны ҡалдырҙы. Әсәйемдең: “Әллә аяҡ ҡайтанан үҫеп сығыр тиҙәрме икән?” — тип күҙ йәштәре аша әйткән һүҙҙәрен мәрәкәгә бороп, ул саҡта нисек тә күңелен төшөрмәҫкә тырышҡайныҡ. Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Йылдар дауамында бер үк хәл ҡабатлана, йәғни мөмкинлектәре сикләнгәндәр тормош һынауы алдында бер ҡаршылыҡ үтергә мәжбүр булһа, ныҡлы уйланып етелмәгән ҡарарҙар һәм закондар арҡаһында йәнә яфа сигә. Һуңғы ваҡытта уларҙы хәстәрләгән-ҡурсалаған төрлө программа ҡабул ителә, әммә ҡаршылыҡлылары ла аҙым һайын тигәндәй.
Күптәр улар өсөн пандустар ҡуйыуҙы ғына ярҙам итеү тип иҫәпләй, күрәһең, ә башҡа юҫыҡта эштәр бөтөнләй алып барылмай тиерлек. Мәҫәлән, шул уҡ инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләһен генә алайыҡ. Хатта бында ла таныш-тоношлоҡ роль уйнай бит. Шулай булмаһа, эшләп йөрөп тә икенсе группа инвалиды булған кеше менән түшәктә ятҡандарҙы бер ҡалыпҡа һалыу мөмкинме һуң?! Йә булмаһа, ДЦП диагнозлы балаларҙы йыл һайын комиссия үткәртеүҙе нисек аңларға? Ҡайһылай ғына булмаһын, тормошта былай ҙа ҡыйырһытылып, йәмғиәттән ситләтелгәндәр һаман яҡындарына ғына таянмаһын, ә барыбыҙҙың да иғтибарын тойһон ине. Шул уҡ ваҡытта уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәнең үҙҙәренә лә ҡыйыуыраҡ булыу кәрәк. Улар юғары даирәләрҙә ултырыусыларҙың ишеген йышыраҡ асһын һәм ныҡышмалыраҡ талап итһен. Шунһыҙ боҙ урынынан ҡуҙғалмаясаҡ.
...Автобустан төшкәс, инвалид ҡыҙ менән әсә янына барып, яҡынданыраҡ танышырға теләнем. Ҡайҙан икәнлегемде белгәс, әсә, исемдәрен яҙмауымды үтенеп, тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Артыҡ һүҙ ысҡындырһаҡ, йә дарыу бирмәҫтәр, йә башҡа сәбәп табырҙар, тип аҡланды меҫкен.
Нисек кенә булмаһын, йәмғиәтебеҙ әлегә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы тулыһынса аңларға һәм ярҙам итергә әҙер түгел. Шул иҫәптән бәғзе бер вазифалы кешеләр ҙә.
К.ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.