Сибай руднигында шахтер һәләк булған04.02.2019
Ҡаланың ер аҫты рудниктарының береһендә шахтер һәләк булған. 28 йәшлек Ғаяз Ирғәлин тейәү-бушатыу машинаһы йөрөтөүсеһе була. Уның йәнһеҙ кәүҙәһен смена мастеры табып ала.

Әлеге ваҡытта был эште тәфтиш органдары тикшерә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында: “Хәл бәләле Сибай карьеры менән бәйле түгел. Шуға күрә әлегә хеҙмәткәр газ менән ағыуланған тип раҫлап булмай”, – тиҙәр.

Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был бәхетһеҙ осраҡты тикшереүгә контроллек итәсәген белдереп, һәләк булған эшсенең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.



Вернуться назад