Хәрби кафедралар бөтөрөлә04.02.2019
Ғинуарҙың һуңғы көнөндә вуздарҙа хәрби кафедраларҙы бөтөрөү тураһында Рәсәй Президенты тарафынан ҡул ҡуйылған закон көсөнә инде.

Хәҙер уларҙы уҡыу хәрби үҙәктәре алмаштырасаҡ. Вуз студенттары белем алыу менән бергә үҙәктә хәрби белгеслеккә лә эйә буласаҡ. Уларҙы армияға саҡырмаясаҡтар, әммә контракт хеҙмәтенә алыуҙары мөмкин. Үҙәкте тамамлаған студент хәрби ант ҡабул итәсәк һәм ҡулына хәрби билет та аласаҡ. Офицерҙарҙы бында 2,5 йыл буйы әҙерләйәсәктәр.


Вернуться назад