Һин булдыра алаһың!04.02.2019
Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда студенттар форумы үтте. Эйе-эйе, ғәжәпләнмәгеҙ, тап студенттар ауылда йыйылып, киләсәккә пландар ҡорҙо, ололар һүҙенә кәңәш һалды, йәш белгестәрҙең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Быйылғы форум Көйөргәҙе районының тарихына, Башҡортостан йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған хеҙмәт кешеләренә, геройҙарына арналды. Республикабыҙҙың һәм Ырымбур ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарында белем алған егет һәм ҡыҙҙарға үҙ районына ҡайтып, хеҙмәт юлын башлау өсөн бөтә юлдар асыҡ. Йыйында “Һин булдыра алаһың!” тип аталған йәштәр проектына конкурс та иғлан ителде. Студенттар көсө менән йөкмәткеле концерт ойошторолоуы ла йәш-елкенсәкте берләштерҙе.




Вернуться назад