Ниәтең ниндәй – юлың шундай03.02.2019
Ниәтең ниндәй – юлың шундайБарыһы ла ниәткә бәйле, тип өйрәтә динебеҙ. Ял көндәребеҙҙе матур тамамлап, киләһе аҙнаны яҡты уй-теләк, изге ниәт менән башларға яҙһын һәммәбеҙгә лә, ҡәҙерле дуҫтар. Хәйерле төн!

(Ошоға бәйле хикмәт тәҡдим итәбеҙ).

Күктән ике ҡар бөртөгө төшөп килә, ти. Юл оҙон булғанлыҡтан, етәкләшергә, һөйләшеп барырға ниәт иткәндәр.

– Бергә осоу ҡайһылай күңелле, эйеме? – тигән беренсеһе.

– Беҙ осмайбыҙ, ә ҡолап төшөп барабыҙ, – тип яуаплаған икенсеһе.

– Тиҙҙән ергә төшөп, күмәкләшеп ап-аҡ юрғанға әүерелербеҙ...

– Ергә төшһәк, юҡ булабыҙ. Һәр кем тапап үтеп китәсәк.

– Көндәр йылынһа, бергәләп сылтырап ағырбыҙ, ҙур йылғаға, унан диңгеҙгә юлланырбыҙ...

– Яҙ етеү менән ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сығырбыҙ...

Бәхәс ялҡытҡас, ҡар бөртөктәре бер-береһенән айырылып, һәр береһе үҙ юлынан киткән. Һайлаған, ниәт иткән юлынан...



Вернуться назад