Уҡытыусыларға ижади эшләү өсөн ваҡыт етәме?03.02.2019
“Беҙгә педагогтарҙы балалар менән ижади мөхиттә эшләргә өйрәтергә кәрәк”, – ти Өфөләге Программалау һәм һанлы ижад мәктәбе етәксеһе Марина Насирова.

Уның әйтеүенсә, хәҙер уҡытыусылар ҡағыҙ мәшәҡәтенә күмелгән, шуға ла уларҙың ижад менән шөғөлләнергә ваҡыты юҡ.

“Бәлки, ысынлап та, аҙнаһына биш көн уҡыуға күсеү педагогтарға бер аҙ иреккә юл асыр, уларҙың балалар менән ижади аралашыу өсөн ваҡыты булыр, – ти Марина Насирова. – Һөҙөмтәлә уҡыусылар белем биреү процесына нығыраҡ йәлеп ителер, әүҙемләшер. Бала, ата-әсә һәм педагог араһында бер-береһенә ҡарата ышаныс артыр, был үҙ сиратында тотош мәғарифтың үҫешенә өлөш индерер ине”.

“Взлетай!” форумының спикеры республиканың башланғыс мәктәптәренә программалау дәресен индерергә тәҡдим итә.

“Scratc тип аталған программа бар. Уның ярҙамында уҡыусылар төрлө форматтағы уйындар, стратегиялар булдыра, хатта математика, тәбиғәтте өйрәнеү буйынса дәрестәрен эшләй ала, – ти Марина Насирова. – Беҙ ошоно уҡытыусыларға күрһәтергә теләйбеҙ. Бының өсөн Башҡортостанда барыһы ла бар: мәктәптәр компьютерлаштырылған, майҙансыҡтар булдырылған. Тик ғәмәли күнекмәләр генә тейешле кимәлдә алып барылмай. Әгәр ошо мәсьәлә хәл ителһә, тормошобоҙҙо балҡытып ебәрерлек яңы быуын үҫтерә аласаҡбыҙ”.


Вернуться назад