Баймаҡтар бит улар!03.02.2019
– Илхан, тиҙерәк!
– Азалия, бирешмә!
Ошоноң кеүек ҡеүәтләү тауыштары Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында үткән саңғы ярышы мәлендә яңғырап торҙо.


Ҡайҙа нисектер, әммә баймаҡтар күңелдә сәм һәм ғәм уятҡан, сәләмәт тормошто пропагандалаған саңғы ярыштарын көтөп ала. Был юлы ла унда төрлө ауылдарҙан килгән 60-тан ашыу спорт һөйөүсе ҡатнашты.

Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, еңеүселәр йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп билдәләнде. Ҡатын-ҡыҙ араһында беренсе урындарҙы Илмира Мусина (Ҡолсора мәктәбе), Гүзәл Дәүләтбаева (ҡаланың 4-се лицейы), Гөлдәриә Сәлихова (Баймаҡ ҡалаһы) яулаһа, ир-егеттәрҙән Илхан Вәлиев (Баймаҡ лицей-интернаты), Таһир Мөхәмәтшин (Ҡолсора), Азат Сыңғыҙов (ҡаланың 4-се лицейы) һәм Рәфис Вәлиев (Баймаҡ ҡалаһы) алды. Илле йәштән өлкәндәр араһында Басайҙан Фәттәх Иҫәндәүләтов финиш һыҙығына беренсе булып килде.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә кубок, миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад