Баш ҡалабыҙҙағы туғыҙ ҡатлы йорттарҙың береһенең ҡыйығында 11 йәшлек ҡыҙ йөрөгән. Уның иң ситкә килеп еткәнен күреп, шундағы халыҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Росгвардияның Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бик тиҙ килеп етеп, йорт ҡыйығына күтәрелгән.
Ҡыҙ эт менән уйнау өсөн менгәнен әйткән. Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре уға бында йөрөргә ярамағанлығы, хәүеф янауы тураһында аңлатып, аҫҡа алып төшкән һәм полицияға тапшырған.