Өфөлә өс кеше Социаль ярҙам үҙәге етәксеһен пистолет менән ҡурҡытып, аҡса талап иткән. Инцидент 1 февраль кис булған.Бер нисә тапҡыр башына һуғылғас, етәксе, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, шәхси әйберҙәренең бер өлөшөн – курткаһын, аяҡ кейемен, өс банк картаһын, кеҫә телефонын – биргән.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре талаусыларҙы тиҙ тапҡан. Уларҙың икәүһе – 32, 36 йәшлек Өфө кешеләре, өсөнсөһө – йәшәр урыны булмаған ир, үҙенә ваҡытында үҙәк ярҙам күрһәткән булған.
Енәйәтселәрҙең пневматик пистолеты тартып алынған. Ул боҙолған булған, бер ниндәй ҡурҡыныс менән янамаған. Эҙләү ваҡытында үҙәк етәксеһенең әйберҙәре лә табылған.
Хәбәр ителеүенсә, әле полиция боҙоҡ пистолеттың ҡайҙан алынғанлығын тикшерә. Хоҡуҡ боҙоусылар ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл ителә.