Бәләкәй комплектлы ауыл мәктәптәренең матди-техник хәлен нығытыу, төпкөлдәге уҡытыусыларға финанс яҡтан булышлыҡ ҡылыу белгестәргә ихтыяжды кәметәсәк, федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.“Взлетай!” мәғариф форумында педагогтар ошо хаҡта белдерҙе. Борайҙың 2-се гимназияһы директоры Алик Усаев республика етәксеһе Радий Хәбировҡа “Ауыл уҡытыусыһы” проектын индергәне өсөн рәхмәт әйтте: ошо нигеҙҙә иң яҡшы 100 педагог 600 мең һум грант аласаҡ. Программаның тағы ла уңышлыраҡ эшләп китеүе өсөн ер участкаһы ла биреү кәрәк, йәш белгес унда йорт төҙөй алыр ине тигән фекерҙә директор.
“Тағы ла бер нисә осраҡ буйынса һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, – тине ул. – Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәге ташламаны индексациялау. Ул 2011 йылдан үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Шулай уҡ уҡыусылар иҫәбенә ҡарап финанслау күләме арттырылһын ине. Бының менән бергә, билдәле булыуынса, уҡытыусыларҙың эш хаҡына бәйле мәсьәлә хәл ителәсәк”.
“Муниципалитет етәкселәренең ер биреү йәһәтенән бурыстары күп, улар, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә, табиптарға участкалар бүлергә тейеш. Был ҡарар ғына булып ҡалмаһын, ә ысынлап та эшләһен өсөн юлдарын уйлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Ер беҙҙә күп, әммә төҙөлөш өсөн файҙаланып булмағандары бар. Ә ташламаны индексациялау һәм йән башына финанслауға килгәндә, республиканың Финанс министрлығында бюджеттың әлеге мөмкинлектәрен ҡарарҙар. Әлбиттә, барығыҙҙың да яҡшы йәшәүен теләйбеҙ. Ауыл мәктәптәренә ярҙам итәсәкбеҙ”.