Ҡурҡыуҙы бөтөрөүсе һандар01.06.2012
Ҡурҡыуҙы бөтөрөүсе һандар"Балалар — йәмғиәтебеҙҙең яҡлауға мохтаж булған иң нескә урыны", — тигәйне Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова "Башҡортостан" гәзитенә биргән бер әңгәмәһендә. Тормош тәжрибәһе лә, үҙ-үҙен яҡлау мөмкинлеге лә булмаған балалар, ысынлап та, өлкәндәрҙең ҡурсаланыуынан, урынлы кәңәшенән тыш нығынып китә алмай. Бөгөнгө йәш ватандаштарыбыҙ был йәһәттән бәхетлерәк, тиергә мөмкин. Улар, психологка бушлай шылтыратып, күңелен өйкәгән борсолоуын, тормоштағы ҡатмарлы хәлен һөйләй ала. Балалар һәм үҫмерҙәргә бәйле мәсьәләләр буйынса атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғөмүмән, 8-800-2000-122 һандарын "01", "02", "03" һандары кеүек иҫтә тотоу олоһона ла, кесеһенә лә файҙалы.
Балаларҙың Бөтә Рәсәй берҙәм ышаныс телефоны хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Тормошта ауыр хәлгә ҡалған балаларға ярҙам итеү фондының коммуникация департаменты менән бәйләнешкә индек.

— Балаларҙың берҙәм ышаныс телефоны барлыҡҡа килгән көндән, йәғни 2010 йылдың 1 сентябренән үк Башҡортостан уның эшенә ҡушылды. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республика балалары һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙемме, әллә һүлпәнме?
— Башҡортостанда ике хеҙмәт берҙәм телефон буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Беренсе йылда 17 807 шылтыратыу булған. Быйыл тәүге өс айҙа 7 832 кеше мөрәжәғәт иткән. Ошо уҡ ваҡыт эсендә Силәбе өлкәһендә был һан 18 меңдән ашҡан. Ненец автономиялы округында ни бары бер генә кеше шылтыратҡан.
— Дөйөм алғанда, балаларҙы ниндәй мәсьәләләр борсой?
— Һуңғы аҙналарҙа сығарылыш класс уҡыусыларынан шылтыратыуҙар күбәйҙе. Улар имтихан алдынан нисек итеп психик көсөргәнештән ҡотолорға, насар билдә алыуҙан ҡурҡыуҙы ҡайһылайтып баҫырға тигәнерәк һорау бирә. Уҡыу йылы башында өйгә эштәрҙең күп булыуына зарланыусылар арта. Мәктәп уҡыусылары тағы ла ата-әсәләре, уҡытыусылары, класташтары менән мөнәсәбәтте яҡшыртыу буйынса йыш кәңәш һорай. Уларҙы тәүге һөйөү ғазабы ла борсой. Араларынан шуғыраҡтары шаярып шылтыратҡан осраҡтар булып тора. "Шылтыратҡан, тимәк, кемгәлер үҙенең барлығын белдерергә теләгән", — тип психологтар ундайҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, һөйләшеүгә ылыҡтыра. Балаларҙың берҙәм ышаныс телефонына мөрәжәғәт итеүселәр һаны былтыр октябрҙә бер миллиондан ашты. Һәр 15-се кеше унда рәхмәт әйтер өсөн шылтырата.
— Нисә йәштәгеләр күберәк мөрәжәғәт итә?
— Ышаныс телефонының төп талаптарының береһе — анонимлыҡ һәм сер һаҡлау. Тимәк, ярҙам эҙләүсе абонент исемен дә, йәшен дә һәм үҙе тураһындағы башҡа мәғлүмәтте лә әйтмәҫкә хоҡуҡлы. Консультанттарҙың белдереүенсә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең йәш айырмаһы бик ҙур: башланғыс класс уҡыусыларынан алып бала күңеленә юл табырға тырышыусы олатай-өләсәйҙәргә тиклем шылтырата.
— Һуңғы осорҙа илдә үҫмерҙәр араһында ҡаты бәғерлелек көсәйҙе. Киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылған ҡайһы бер ваҡиғалар шундай һығымта яһарға мәжбүр итә. Тиҫтерҙәрен ҡаты туҡмап видеоға төшөрөүҙе мәктәп уҡыусылары, әйтерһең, модаға әүерелдергән. Әгәр бала ышаныс телефонына шылтыратып туҡмалыуын әйтһә йәки ата-әсәһенең ҡул күтәреүенә зарланһа, ҡәтғи саралар күреләме?
— Консультант, тәү сиратта, ашығыс психолог-педагог ярҙамы күрһәтергә — мөрәжәғәт итеүсене ауыр күңел кисерештәренән арындырырҙай һүҙҙәр табырға тейеш. Беҙҙең фонд менән төҙөлгән Балалар ышаныс телефоны эшмәкәрлеген тәьмин итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы, һәр төбәк үҙе уның хоҡуҡтарын билдәләй ала. Шылтыратыусының проблемаһын кәрәкле ведомстволарға еткереү, мәсьәләне тикшереү һәм уға йоғонто яһау кеүек саралар ҡайһы бер өлкәләрҙә хоҡуҡи яҡтан нығытылған. Бынан тыш, тәжрибәнән күренеүенсә, шылтыратыусы исем-шәрифен, адресын үҙ теләге менән әйтһә, балалар ышаныс телефоны консультанттары мәғлүмәтте балаға социаль ярҙам күрһәтеү һәм уның хоҡуҡтарын яҡлау органдарына еткерергә бурыслы.


Вернуться назад