Ит, балыҡ, бал... Баймаҡ йәрминкәһенә килегеҙ!03.02.2019
Баймаҡта февраль башынан ит йәрминкәһе ойошторола башланы. Ул марттың уртаһына тиклем дауам итәсәк. Һатыусыларға урын бушлай бирелә.

Ҡаланыҡылар хәләл ризыҡ алып һөйөнһә, мал тотоусылар хеҙмәтенең емешен татып кинәнә бында. Ә иттең ниндәйе генә юҡ: һум өлөштәрҙән алып һап-һары итеп өтөлөп таҙартылған тояҡтарға тиклем һатып алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ ҡаҙ, өйрәк, күркә итен халыҡ күпләп һорай.

Бынан тыш, һөт һәм балыҡ ризыҡтары, бал да мул йәрминкәлә.


Вернуться назад