200 көнгә һуҙылған сыҙамлыҡ03.02.2019
Нефтекама үҙәк ҡала китапханаһында “Сталинград – 200 көнгә һуҙылған сыҙамлыҡ” тип аталған тарих сәғәте үтте. Ул Сталинград һуғышының 76 йыллығына бағышланды. Сарала 10-сы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Тарихҡа байҡау яһап, өлкәндәр балаларға фажиғәле осорҙоң хәл иткес мәлдәре, афәттәре, оло ихтыяр көсөнә эйә халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, сыҙамлығы тураһында һөйләне. Йәш быуын шулай уҡ Сергей Алексеевтың “Сталинградское сражение”, Юрий Бондаревтың “Горячий снег”, Виктор Некрасовтың “В окопах Сталинграда”, Владимир Богомоловтың “За оборону Сталинграда” тигән китаптары менән танышты.

Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, Сталинград яугирҙәренең батырлығы менән ғорурланыуын йәшермәне. Сарала ҡатнашыусылар аҙаҡ Тыуған ил һаҡсыларын бер минут тын тороп иҫкә алды.


Вернуться назад