"Сәләмәт йылмайыу" өсөн ниҙәр кәрәк?02.02.2019
Уҡытыусылар “Взлетай!” белем биреү программаһын киң йәйелдереү юлдарын тәҡдим итә.

Белеүебеҙсә, унда төрлө йүнәлештәр бар: инглиз теленә, автомобиль йөрөтөргә, шахмат уйнарға, бейергә, дөрөҫ туҡланырға өйрәтеү һ.б. Шулай уҡ мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булырға тейешлеге күҙ уңында тотола.

Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы директоры Риф Тажиев был проектты өлөшләтә төп белем биреү, дәрестән тыш программалар иҫәбенә тормошҡа ашырырға, шулай уҡ профилле лагерҙарҙың мөмкинлектәрен файҙаланырға тәҡдим итте.

Риф Тажиев программаны ғәмәлгә ашырыуҙы ошолай күрә:

1. Әлеге варианттар күҙ уңында тотолған юл картаһы булдырыу.
2. Муниципалитеттар проектты финансларға һәм уны муниципаль заказға индерергә тейеш.
3. Республиканың Мәғариф министрлығы норматив-хоҡуҡи документация эшләй, кәрәкле финанс күләмен билдәләй, “ҡыҙыу линия” аса.
4. Ведомство шулай уҡ “Сәләмәт йылмайыу” проекты буйынса юл картаһы әҙерләй: кадрҙар менән тәьмин итеү, ҡоролмалар алыуға һәм яңыртыуға аҡса бүлеү (һуңғыһы мөһим, сөнки мәктәптәрҙә эшләмәй торған стоматология кабинеттар күп, тип билдәләй директор).


Вернуться назад