Аҡ һүҙенә ҡойондорҙо ағинәй02.02.2019
Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылындағы изге күңелле, йор һүҙле ағинәйҙәр үҙҙәренең йәшәү рәүеше, балалар тәрбиәләүе, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән ауылдаштарына өлгө булып тора.

Ошо көндәрҙә уларҙың береһенең – абруйлы Зәкиә Сөләймәнованың – ауыл китапханаһында “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар...” тигән китабының исем туйы булды.

Бар яҡлап уңған ул Зәкиә Хәмзә ҡыҙы: ижадҡа, ҡул эштәренә маһир, гөл үҫтереүгә әүәҫ, сәсән телле, ғәжәп тырыш. Уның йыр-моң һәм шиғриәт кисәһенән барса тамашасы күтәренке рух, йәшәүгә көс-дәрт алып ҡайтты.


Вернуться назад