Үткән мәғариф йыйынында “Алдынғы ҡарашлы ата-әсә” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ирина Банникова белем биреү өлкәһенең халыҡ өсөн асығыраҡ булырға тейешлеген билдәләне.“Был тармаҡтағы консерватизмға ҡаршы көрәшергә кәрәк, – тине ул. – Заманса интерактив формат ҡулланыу, төрлө өлкәләрҙәге эксперттар, шул уҡ ваҡытта ата-әсә менән даими аралашыу нигеҙендә эш алып барыу мөһим”.
Ирина Банникова әлеге мәғариф форумында белем биреү өлкәһендә эшләмәгән кешеләрҙең аҙ булыуын билдәләне.
“Әгәр ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һөнәри берләшмә эсендә генә хәл итергә тырышалар икән, был яҡшы түгел, – тине ул. – Ситтән дә ҡараш булыуы мөһим. Беҙҙең балалар уҡыған мәктәптең проблемалары – уртаҡ хәстәребеҙ. Бер ниҙе лә һындырмай, емермәй, ихтилал ойоштормай ғына әлеге консерватизмға ҡаршы көрәшергә кәрәк”.