Һаҫығанмы? Етемдәргә бата ул!01.06.2012
— Өлгөрбай ағай, тегендә-бында күп йөрөйһөң, форсатың сыҡҡанда етемдәрҙең нисек йәшәгәнен үҙ күҙең менән барып күрһәң икән, — тине балалар йортонда үҫкән бер танышым. — Әтеү гәзиттәрҙә, бөтәһе лә һәйбәт, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары туҡ, тип яҙалар.
Ошонан һуң күп тә үтмәй, сәфәргә сығып киттем. Бына Өфөләге 6-сы балалар йорто янында торам. Бында мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар тәрбиәләнә. Тәү ҡарауға бина матур ғына күренһә лә, эскә инеү менән бөтөнләй икенсе күренеш күҙгә ташланды. Аш бүлмәһе яғынан танауға һаҫыҡ еҫ бәрелде. Баҡһаң, боҙолған иттән төшкө аш әҙерләүҙәре.
— Быны ҡайҙан алдығыҙ? — балалар йорто директорынан һорағас, ул былай тине:
— Аҙыҡ-түлекте “Балаларҙы туҡландырыу мәктәп комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килтерә. Уны Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы конкурс нигеҙендә билдәләгән.
Бәй, иң насар аҙыҡ-түлекте лә хәҙер конкурс буйынса һайлап ала башланылармы икән? Уның республиканан ситтән килтерелеүе тағы ла аптыратҡыс. Краснодар ите һаҫып, күгәрә башлаған. Илеш районынан, Ижевск ҡалаһынан килтерелгән май ҙа иҫкергән, сыр елем кеүек һуҙылып тора. Емеш-еләк быжыған, ит — ҡоро тарамыш. Балаларҙы гел кишер салаты, бәрәңге менән һыйлайҙар.
— Башҡа төрлө аҙыҡ юҡ бит, нимә бирәләр, шуны бешерәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт ни эшләргә белмәй аптырайбыҙ, — ти ашнаҡсылар.
Атаҡ, салаттар тәҙрә төбөнә теҙеп ҡуйылған түгелме? Бының сә-бәбен һорағас:
— Аш бүлмәһендә һыуытҡыс юҡ, — тигән ғәжәп яуап ишеттем.
Аптыратты, шаңҡытты балалар йортондағы был хәл. Нимә был? Яҡлаусылары юҡ, булғанына шөкөр итһендәр, тип ҡыланыуҙарымы? Үҙҙәре магазиндан боҙолған аҙыҡ-түлекте алыр инеме, икән? Ай-һай! Бәлки, етемдәргә бара ул, тип ҡул һелтәп ҡарауҙарылыр.
Бер сыҡҡанда башҡаларҙың да хәлен белеп ҡайтайым тип баш ҡаланың Еңеү урамындағы “Балалар һәм үҫмерҙәрҙең республика социаль приюты”на ҡарай атланым.
Тәү ҡарауға барыһы ла һәйбәт кеүек: бөтә белгестәр ҙә етә, бина үҙе бынамын тигән. Элек бында балалар баҡсаһы булған. Проект-смета документында 51 балаға тип иҫәпләнһә, файҙаланыуға тапшырғас, “Роспотребнадзор” 31 урынлыҡ ҡына ҡалдыра. Әммә отчет ҡағыҙҙарына күҙ һалғас, тел шартлатҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым: 51 етем йәшәй, тип яҙылған.
— Ниңә улай? — тип һорайым.
— Өлгөрбай ағай, быға һис тә аптырарға ярамай. Ҡағыҙҙа һан күберәк булһа, аҡсаны ла шул тиклем мулыраҡ бирәләр.
Проект буйынса елләтеү торбалары ҡыйыҡ аша сығарылырға тейеш, әммә уны эстән генә ҡалдырғандар. Приют подвалы теләһә нәмә менән тулған, яғыулыҡ материалдарын да шунда һаҡлайҙар. Әгәр янғын сыға ҡалһа...
Һай, зиһенле лә икән үҙҙәре! Башҡаға баштары эшләмәһә лә, аҡсаны нисек һурырға аҡылдары етә. Нимә бешергән-төшөргәнен, уларҙың сифатын тикшереү кәрәклеген бөтөнләй ҙә онотҡандар. Аҙыҡты килтереү ваҡытын теркәп ҡуйыу ике ятып бер төштәренә инмәй. Бығаса “Роспотребнадзор” тикшереүселәре иҫкәрмә яһаһа ла, ҡолаҡтарына ла элмәгәндәр.
Күмертау балалар йортонда иһә телмәр, психик үҫеше аҡһаған сабыйҙар тәрбиәләнә. Бинаның үгәйһетелгән булыуы, күптән ремонт күрмәүе тыштан уҡ күҙгә ташлана.
— Былтыр электр кабелдәрен, ҡыйыҡты ла алмаштырҙыҡ, — тине директор Светлана Ерофеева. — Кер йыуыу бүлмәһен, мунсаны, медпунктты ипкә килтерҙек.
Бинаның эсе, Хоҙайым, һуғыштан һуңғы ташландыҡ йортто хәтерләтә. Иҙәндең буяуы ҡубып бөткән. Бында ла балаларҙы “сыныҡтырыу” йәһәтенән етди хәстәрлек күрелә. Тәҙрә рамдары, ишектәр сереп бөткәнлектән, ел гөжләп тора! Бүлмәләрҙә йылылыҡ ҡышын хатта 18 градустан түбәнерәк була.
— Ни өсөн улай?
— Торбалар иҫкерҙе. “БашРТС” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре махсус приборҙар ҡуйғас, йылы һыу биреүҙе күпкә кәметте, — тине әңгәмәсем.
Янғынға ҡаршы автоматик системалар эшләмәй тиерлек. Етемдәрҙең хәсрәте хаҡында урындағы хакимиәт етәкселәренә мөрәжәғәт итеүҙең мәғәнәһен күрмәй директор. Уларҙың бында аяҡ та баҫҡаны юҡ.
Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы социаль приют 40 балаға иҫәпләнгән. Шулай ҙа бында 18 сабый ғына тәрбиәләнә. Районда ҡараусыһыҙ балалар, әлбиттә, был сама ғына түгел. Әммә вазифалы кешеләр уларҙы приютҡа урынлаштырыу хәстәрен күрмәй.
Мин килгәндә Ринат менән Динислам Алтынғужиндарҙың күлдәге, эске күлдәге, тапочкалары юҡ ине. Бәй, баҡһаң, бында балаларҙы кейем менән тәьмин итеү йәһәтенән бөтөнләй тәртипһеҙлек хөкөм һөрә бит. Кейем-һалым биреү, иҫкергәндәрен иҫәптән төшөрөү көнө күрһәтелмәй, имзалары ла юҡ, аҙыҡтың сифатын тикшереү ике ятып бер төштәренә инмәй.
Өфөгә ҡайтып өлгөрмәнем, йәнә телефон шылтыраны.
— Өлгөрбай ағай, беҙҙең Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылына килеп сығығыҙ әле, — тип үтенделәр.
Бындағы приютты күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Элек колхоздың балалар баҡсаһы урынлашҡан бина 2003 йылда бүлексәгә бирелгән. Бүлмәләр етешмәй. Шулай булғас, тәрбиә эшен тейешле кимәлдә алып барыу хаҡында һүҙ булыуы мөмкин дә түгел. Йоҡо бүлмәләрен ҡот осмалы итеп ҡара-йәшел төҫкә буяп ҡуйғандар. Тәҙрә рамдары ҡарайып, күгәреп бөткән.
Приюттың берҙән-бер “УАЗ-3962” маркалы йөк-пассажир машинаһы күптән ҡалтырап бөтһә лә, амортизацияһы 2005 йылда уҡ сафтан сыҡһа ла, һаҡсыл хужалар әле һаман уны иҫәптән төшөрөргә йыйынмай. Уның менән балаларға аҙыҡ-түлек ташыйҙар. Машинаның хәүефһеҙлек ҡайыштары юҡ. Йәйен түҙеп торғоһоҙ эҫе, саң, ҡышын — һыуыҡ. Әммә етемдәргә ҡарата изге күңелле етәкселәр аптырап ҡаламы һуң! Балаларҙың именлеген хәстәрләп, уларҙы матрасҡа, одеялға ултыртып ҡына йөрөтәләр. Әмәлен тапҡандар!
Комплекслы үҙәк директоры Илдар Хәтмуллин бына нимә тине:
— Бүлексәне район үҙәгенә күсерергә кәрәк, тип хакимиәт башлығына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Ә бер тапҡыр осрашҡанда: “Мин быға ҡаршы, беҙгә ауылды, эш урындарын һаҡлау мөһимерәк”, — тип яуапланы.
Үрге Ҡарышта ла шул уҡ хәлде күреп, сәсем үрә торҙо. Аш әҙерләү бүлмәһендә таҙалыҡ тигән һүҙҙең “т” хәрефе лә тойолмай, санитар нормалар, ҡағиҙәләр бар ни, юҡ ни уларға. Күрәһең, етемдәргә бата ул, тип уйлауҙарылыр.
2012 йыл Башҡортостан Президенты тарафынан Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған сабыйҙарҙы хәстәрләүҙе ана шулай аңлай, күрәһең, бәғзе бер етәкселәр.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад