Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре илдәге юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте.Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты – Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе! Барлығы 1 314 юғары уҡыу йорто, ун федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында беҙҙең мәғариф учреждениеһының шулай юғары баһа алыуы – үҙе ҙур ҡаҙаныш.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһының яҡын дуҫына әйләнгән Сибай институты етәкселегенә, коллективына, студенттарына артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.