Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров мәғариф форумында уҡытыусыларҙы һәм директорҙарҙы мәктәптәрҙә балаларҙан мыҫҡыл итеү осраҡтарын тамырынан юҡ итергә саҡырҙы.Уҡыу йорто етәкселәре ундай дәлилдәрҙе йәшермәҫкә, ә “бәләкәй йүнһеҙҙәр” башҡаларҙы ҡурҡытып тотмаҫҡа, мәктәптең тормошон боҙмаҫҡа тейеш.
“Буллинг (һөсләү), скулшутинг (уҡыу биналарында атышыу), кибербуллинг (интернетта һөсләү) кеүек терминдар барлыҡҡа килер тип һис ҡасан уйламағайным, һеҙ ҙә, моғайын, шулайҙыр, – тине форумдағы сығышында Радий Хәбиров. – Нигеҙҙә, һүҙ мәктәптәге әхлаҡи мөхит һәм психологик торош хаҡында бара. Бындай дәлилдәр беҙҙең республикала ла бар. Балаларға һәм тотош мәғариф тармағына зыян килтергән был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш алымдарын табыу мөһим”.