"Уҡытыусыларҙың эш хаҡына теймәгеҙ"02.02.2019
Биш көнлөк уҡыуға күсеү уҡытыусыларҙың матди хәлендә кире сағылыш табырға тейеш түгел, тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.

“Педагогтарҙың хеҙмәт хаҡы ла, отпуск та ҡыҫҡартылмаһын, – тине ул. – Кире осраҡта, яңы алым бер кемгә лә кәрәкмәй”.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, “Взлетай!” мәғариф программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабына аҡса иҫәпләнгән һәм һалынған, ул сумма респулика бюджеты өсөн ауыр “йөк” түгел. Ә әлеге йыйындың форматы республика етәксеһенә оҡшаған.

“Уҡытыусыларға ошондай аралашыу ҡыҙыҡлы икәнен тойҙом. Файҙалы һөйләшеү булды, педагогтар кәрәкле бихисап мәғлүмәт алды, мин дә уларҙан күп нәмә һеңдерҙем. Йыйында мәктәп эшмәкәрлеген, унда хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр һәм бурыстар барлығын нығыраҡ аңланым”.


Вернуться назад