Мәктәп автобустарын – "Башавтотранс"ҡа02.02.2019
“Торатау” конгресс-холында үткән мәғариф йыйынында уҡыусыларҙы ташыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Әле республикала 1320 мәктәп автобусы йөрөй, 1500 самаһы водитель эшләй. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, был тармаҡта етди проблемалар бар.

“Йәшермәйем, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, – тине ул. – Күптән түгел бер мәктәп автобусы водителенең юлға иҫерек килеш сыҡҡаны асыҡланды, Учалы районында шундай уҡ техника ҡоланы. Ни тиһәң дә, кадрҙар мәсьәләһе, ташыуҙы тәьмин итеү менән махсуслашҡан ойошма шөғөлләнергә тейеш”.

Башҡортостанда был йәһәттән ҡеүәтле дәүләт учреждениеһы “Башавтотранс” бар. Уҡыусыларҙы ташыу бурысы нәҡ уға йөкмәтеләсәк. Әлегә ойошмаға 56 мәктәп автобусы тапшырылған.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, уҡыусыларҙы ташыуҙы махсуслашҡан ойошмаға аутсорсингка биреп, мәктәп бер йылда бер транспорт өсөн түләүҙә уртаса 60 мең һумды экономиялай аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта водителдәрҙең хеҙмәт хаҡы 20-30 мең һумға тиклем күтәреләсәк.

Әммә балаларҙы ташыуҙы аутсорсингка биреү тәҡдименә ҡайһы бер мәктәп етәкселәре ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, водителдең һәм автобустың мәктәпкә беркетелгән булыуы яҡшыраҡ. Техника үҙеңдеке икән, мәҫәлән, башҡа урындарға олимпиадаларға йөрөргә мөмкин. Өҫтәүенә уҡытыусылар һәм ата-әсә мәктәп хеҙмәткәре иҫәпләнгән водителгә нығыраҡ ышана.

Йыйында әйтелеүенсә, райондарҙа кадрҙарҙы һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, йәштәр аҙ, водителдәрҙең 70 проценты – өлкән быуын вәкилдәре. Шул уҡ ваҡытта, проблемаларға ҡарамаҫтан, үҙ эшен ихлас яратҡан һөнәр эйәләре байтаҡ.

“Райондарға эш сәфәре барышында урындағы етәкселәрҙең яҡшы водителдәр тураһында һөйләгәне бар. Улар балаларҙы ярата, автобуста уңайлылыҡ тыуҙыра, хатта уҡыусылар өсөн йырҙар башҡара”, – тип һөйләне йыйында Радий Хәбиров.

Ул Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәренә хеҙмәтен лайыҡлы башҡарған мәктәп автобусы водителдәре өсөн республика конкурсы үткәрергә һәм дәртләндереү саралары уйлап табырға кәңәш итте.


Вернуться назад