Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Росгвардия махсус тәғәйенләнештәге көстәренең етәкселек составы Өфөгә уҡыу-методик сборға йыйылды. Бөгөн сараның бүләкләү тантанаһы булды. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙе уҡыу-методик сборҙың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы, уларҙың дәүләттең мөһим бурыстарын үтәүҙә юғары һөнәри оҫталыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ күрһәткәнен билдәләне.
Радий Фәрит улы ОМОН, СОБР төбәк отрядтары, Росгвардияның М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряды командирҙарына рәхмәт белдерҙе.
“Һеҙҙең арағыҙҙа күптәр ҡаты һынауҙар үтте, ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын ҡаһарманлыҡ менән үтәне, дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Күрһәткән батырлыҡтары, ныҡлығы өсөн махсус тәғәйенләнештәге Өфө отрядына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде, – тине республика етәксеһе. – Быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарында һәм башҡа мөһим сараларҙа хәүефһеҙлекте бергәләп тәьмин итеү бурысы тора. Һеҙҙең ярҙам менән барлыҡ мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итәсәгебеҙгә ышанам”.
Генерал-полковник Сергей Меликов Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге көстәре хәрбиҙәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.