Һәр ғаиләнең иң оло шатлығы — көтөп алынған бала. Һәр әсә лә ҡарынындағы сабыйының һау-сәләмәт, дүрт һаны теүәл булып тыуыуын теләй. Тик ни хәл итәһең, донъяға ауаз һалған сабыйҙар араһында мөмкинлектәре сикләнгәндәре лә осрай. Ҡайһы бер балалар, имен тыуып та, бәлә-ҡаза йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында инвалид булып ҡала. Улар айырыуса ҙур иғтибарға, йылы ҡарашҡа, ярҙамға һәм аңлауға мохтаж.
Ошондай ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында 2002 йылда Үрге Тәтешле ауылында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлексәһе асыла. Тиҫтә йыл эсендә ул 3424 инвалид баланы ҡабул иткән. Бүлексәгә Асҡын районынан да киләләр.
Бөгөн Тәтешле төбәгендә — 79, Асҡында 73 инвалид бала йәшәй. Реабилитациялау бүлексәһе ауырыу бала тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн өмөт һәм изгелек йортона әүерелгән. 20 урынлыҡ стационарҙа 21 көн дауалау эсендә барлыҡ төр саралар үтәлә.
Директор Илүзә Бәҙәмшина реабилитациялау бүлексәһе менән яҡындан таныштыра. Ике ҡатлы кирбес бинала уйын, ял, һауыҡтырыу, йоҡо бүлмәләре бар, һәр береһе зауыҡ менән биҙәлгән, иҙәнгә йомшаҡ келәм йәйелгән. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр шау сәскәлә. Уйынсыҡ менән китаптарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Асҡын районы эшҡыуары Вадим Закиров күптән түгел төҫлө телевизор бүләк иткән. Ғөмүмән, Үрге Тәтешленең реабилитация үҙәге ҡалаларҙағы ошондай уҡ учреждениеларҙан һис кәм түгел.
— Кескәй яҡташтарыбыҙ, алыҫҡа йөрөмәйенсә, заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә сифатлы дауа алыу мөмкинлегенә эйә. Балаларға психолог ярҙамын да күрһәтәбеҙ, — ти Илүзә Фоат ҡыҙы.
Бүлмәләрҙә йәнлелек күҙгә ташлана, ҡайҙа ла “эш” ҡайнай. Өс йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балалар дауалау физкультураһы яһай, тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Сенсор бүлмәһендә психолог Илнур Мәхмүтов улар менән йәнле әңгәмә ойоштора, уйындарға йәлеп итә.
Ижтимағи-көнкүреш адаптацияһы бүлмәһендә социаль педагог Альбина Усманова көн дә ҡулланыла торған әйберҙәр менән нисек эш итергә өйрәтә, тирә-яҡ мөхит менән таныштыра.
Бүлексә белгестәре пациенттарҙың тән һәм күңел сәләмәтлеген хәстәрләп кенә ҡалмай, уларҙы көндәлек тормошта кәрәкле эшкә лә өйрәтә. Инструктор Нурия Шәрифғәлиева ярҙамында балалар һәләттәрен аса, мөмкинлектәрен үҫтерә. Берәүҙәре тегеү-сигеү кеүек ҡул эшенә оҫта булһа, икенселәре ағас, ҡайын туҙы, һалам кеүек материалдарҙан матур әйберҙәр яһарға маһир.
Педагогтар балаларға компьютер серҙәрен дә ентекләп аңлата. Заман техникаһына бер ҡасан да ҡағылмаған бала ла бынан Интернет селтәренә инергә, төрлө уйын уйнарға, текст йыйырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнеп ҡайта.
Пациенттарҙың һәр саҡ яҡшы кәйефтә булыуы туҡланыуға ла бәйле. Бында көнөнә алты мәртәбә ашаталар. Аш-һыу витаминға, микроэлементтарға һәм минераль матдәләргә бай, өҫтәлдән йәшелсә-емеш, балыҡ өҙөлмәй. Туҡланыу өсөн һәр балаға көнөнә 145 һум аҡса бүленә.
Бер ҡараһаң, реабилитациялау бүлексәһендәге тормош балалар баҡсаһы һәм мәктәптекенән айырылмай кеүек. Бында ла тыуған көндәрҙе билдәләйҙәр, экскурсияға йөрөйҙәр, төрлө мәҙәни сара ойошторалар. Ҡул эше оҫталары республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша, йыр-бейеүгә маһирҙар конкурстарҙа сығыш яһай. Әйтәйек, Тәтешле районының Танып ауылынан Зифирина Йыһангирова өләсәһе менән удмурт халыҡ бейеүен башҡарып, Башҡортостанда эшләп килгән “Мәрхәмәт” фондының төп бүләгенә лайыҡ булған һәм 10 мең һумлыҡ сертификат алған.
Шул уҡ ваҡытта бүлексә тормошо башҡаларҙыҡынан бик ныҡ айырыла ла. Бында балалар йән һәм тән ғазаптарын баҫа, сәләмәт кешеләрҙән ҡалышмайынса йәшәргә өйрәнә. Ул-ҡыҙҙарында аҙ ғына алға китеш күреү ата-әсә өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡҡа әүерелә.
Бүлексә республика һәм район етәкселегенең даими хәстәрлеген тоя, ярҙамсыл кешеләр ҙә етерлек. Гөлназ Хафизова, Ришат Зарифйәнов, Гөлфинә Файзрахманова, Гөлсәсәк Сөндөкова, Альбина Шәймиева һәм башҡа эшҡыуарҙар һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Иҫке Ҡайпан ауылы хажийы Харис Әбүғәлиев тә хәйер-саҙаҡаны бүлексәгә тапшырып бара.
Реабилитациялау бүлексәһе коллективы 36 хеҙмәткәрҙән тора.
— Беҙҙә балаларҙы ихлас яратҡан, изге, саф күңелле, оло йөрәкле кешеләр генә эшләй ала. Башҡаса мөмкин дә түгел, — тип бик дөрөҫ әйтә Илүзә Бәҙәмшина.
Бындағы йылы мөнәсәбәт, изгелек ауыр яҙмышлы ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелен күтәрә, күптәренә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Балалар үҙҙәренә тән һәм йән сихәте биреүсе бүлексәнән: “Беҙ тағы килербеҙ әле”, — тип рәхмәт уҡый-уҡый ҡайта.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы,
Үрге Тәтешле ауылы.