1 сентябрҙән 11 мәктәптә өлкән класс уҡыусылары өсөн “Взлетай!” мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башлай. “Пилот” белем усаҡтары араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ла бар.Башланғыстың төп маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларын оло тормошҡа төрлө яҡлап һөҙөмтәле әҙерләү. Проект модулдәре араһында “Ирекле аралаш”, “Дөрөҫ туҡлан”, “Бейе”, “Спорт менән дуҫлаш”, “Сәләмәт йылмайыу” һәм башҡа йүнәлештәр бар.
“Беҙ уларҙың һәммәһен, бала бөтөн яҡлап үҫешһен тигән маҡсаттан сығып, берҙәм проектҡа тупланыҡ”, – ти 1-се гимназия-интернат директоры Ләйсән Фазлетдинова.
Уҡыу йортонда ун модуль буйынса ике йыл дауамында эш алып барыласаҡ. Проектҡа ингән программаларҙың бер өлөшө гимназияла әле тормошҡа ашырыла ла инде. Тулы кимәлдәге эш, алда әйтелгәнсә, быйыл 1 сентябрҙә башланасаҡ. Унда 160 самаһы уҡыусы ҡатнашыр тип күҙаллана.
“Проектты тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылында уҡ ыңғай һөҙөмтә күренәсәк, ошо нигеҙҙә башҡа мәктәптәрҙә лә әлеге алым ҡулланыла башлаясаҡ” тигән фекерҙә директор Ләйсән Фазлетдинова.