Киләһе дүшәмбелә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “Ҡапҡастар ярҙамға ашыға” тип аталған социаль-экологик проектҡа старт бирелә.Акцияны ойоштороусы – “Таҙа Өфө” экологик йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Елена Воробьева әйтеүенсә, был сараның маҡсаты – сүп-сарҙы айырып йыйыу мәсьәләһенә ҡала халҡының иғтибарын нығыраҡ йүнәлтеү, икенсел сеймалды эшкәртеү һәм Республика онкология диспансерының паллиатив бүлексәһе пациенттарына ярҙам итеү.