Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡыуға күсереү буйынса тауыш биреү ойошторҙо. Әлеге мәлгә ҡарата 65 мең самаһы кеше үҙенең фекерен белдереп тә өлгөргән.
“Беҙҙең балаларҙың тормошо бөгөн нимәнән ғибәрәт? Йонсоған, арып бөткән балаға аҙнаһына алты көн дауамында белем бирергә тырышалар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың мәктәптән сәләмәт, бәхетле, әҙәпле булып сығыуын да теләр инек. Шуға күрә “биш көнлөккә” күсергә тәҡдим итәм. Улай булһа, 32 шәмбе бушай”, – тине төбәк етәксеһе.
Айҙың бер шәмбеһен балаларҙы төрлө сараларға – йәрминкәләр, спорт күнекмәләре һәм ярыштар, билдәле кешеләр менән патриотик осрашыуҙар, мәҙәни байрамдарға йәлеп итергә ниәтләй төбәк властары.