“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында федераль каналдарҙы һанлы тапшырыу алымына күсереүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, РТРС-тың “Башҡортостан Республикаһы радиотелетапшырыу үҙәге” директоры Юрий Матвеев, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Николай Калмацкий, “Спутниктелеком” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Руденко яуап бирҙе.
Кәңәшмәлә халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына һанлы телевидение өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, республика Хөкүмәте 30 ғинуарҙа ике категорияға ҡараған граждандарға – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Тағы ла шул мәғлүм булһын: ағымдағы йылдың 3 июнендә Башҡортостанда федераль каналдар әлеге алымда (аналогта) күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ.