Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика мәктәптәренең рейтингын төҙөргә һәм иң яҡшы 10 ҡала һәм ауыл урта белем биреү йортон асыҡларға тәҡдим итте. Уларға ҙур ғына күләмдәге грант ярҙамы биреләсәк.
Мәктәп белеме форумында сығыш яһап, ул ошо сараның мәктәпте үҫтерәсәген белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һәләтле уҡыусылар өсөн дә көрәшергә кәрәк. “Әгәр ҙә уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл ала икән, ҡала йәки район башлығы, мәктәп директоры, педагогтар коллективы уға йәбешергә тейеш, артабан ул, әйҙә, Мәскәүҙә йәки Санк-Петербургта уҡыһын, ләкин ярҙамды һәм дәртләндереү сараларын ул тыуған яғына әйләнеп ҡайтырлыҡ итеп ойошторорға кәрәк,” – тине Радий Фәрит улы.