“Мәскәүсә” тәртип буласаҡ01.02.2019
Нестерев исемендәге Башҡорт художество музейында ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Сергей Капков парктарҙы тәртипкә килтереү буйынса бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

– Халыҡ паркка аяҡ баҫҡанда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тейеш түгел, – тине Сергей Капков. – Айырым алғанда, ял итеү урындарын бер нисә йүнәлештә төҙөкләндереү отошло. Өлкәндәр өсөн уңайлыҡтарҙы күҙ уңында тотабыҙ, спортсылар тураһында ла онотмайбыҙ, ә инде балаларға айырыуса көслө иғтибар бүләбеҙ. Әлбиттә, был йәһәттән халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.


Сергей Александрович Өфө ҡалаһының парктарын ҡарап сығыуы хаҡында белдерҙе, был тәңгәлдә Мәскәүҙең алдынғы тәжрибәһен таратырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.



Вернуться назад