Ниндәй уҡытыусы 600 мең һум алыр?01.02.2019
“Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың “Взлетай!” мәктәп белеменең 1-се форумында ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Башта Радий Фәрит улы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа еңгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһынан Башҡортостан Башлығы премияһын алғандарҙы бүләкләне.

– Киләсәктә белем биреү системаһы, заманса мәктәп нисек булырға тейеш, шулар тураһында фекер алышайыҡ, мәғариф тармағын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тине республика етәксеһе.


Ауыл мәктәптәренә икенсе һулыш биреү маҡсатында Башҡортостан бюджетынан 60 миллион һум аҡса бүленеүе тураһында белдерҙе Радий Хәбиров. Уның нигеҙендә йыл һайын 100 уҡытыусыға 600 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.


Вернуться назад