Йәрмәкәй – Бәләбәй автобус маршруты халыҡты оҙаҡ йылдар хеҙмәтләндереп килһә лә, бер нисә йыл элек, килеме юҡ, тип уны ябалар. Халыҡ араһында был ризаһыҙлыҡ тыуҙыра: туғандар-таныштар бар, балалар Бәләбәйҙең уҡыу йорттарында белем ала, бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләргә маршрут кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә ялыуҙар артҡас, мөрәжәғәт “Инцидент” системаһына барып эләгә һәм хәл ителеү өсөн яуаплы органдарға ебәрелә.
Һөҙөмтәлә, 9 ғинуарҙан маршрут яңынан асыла, көнөнә ике тапҡыр Бәләбәй – Йәрмәкәй автобусы йөрөй башлай. Был турала “Фейсбук”та Йәрмәкәй районы хакимиәте хеҙмәткәре Ынйы Шафиҡова хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, хәҙер сиратта Октябрьский – Йәрмәкәй маршрутын тергеҙеү тора. Уны ла йәй көнө япҡандар икән. Һөҙөмтәлә, Октябрьскийҙа уҡыған күп студенттар такси менән йөрөргә мәжбүр. Автобусҡа билет хаҡы 180 һум торһа, таксиға 1000 һумға тиклем барып етә. Шуға күрә был мәсьәләне лә хәл итеү көн үҙәгендә. Халыҡ тағы ла “Инцидент” ярҙам итер тип ышана.