“Блокада икмәге” өсөн – ете мең01.02.2019
“Блокада икмәге” өсөн – ете меңБашҡортостандан “Ленинградты обороналаған өсөн” һәм “Ҡамауҙағы Ленинградта йәшәүсегә” миҙалы булған 118 ветеранға Ленинградты ҡамауҙан азат итеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Санкт-Петербург хөкүмәтенең иҫтәлекле билдәләрен тапшырасаҡтар.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн блокадала булған ветерандарҙың күбеһе Өфөлә йәшәй (71 кеше). Ҡалғандары республиканың башҡа ҡала-райондарында көн итә.

Уларҙың барыһы ла, юбилей айҡанлы биреләсәк иҫтәлекле билдәнән тыш, Санкт-Петербург ҡалаһы ҡаҙнаһынан ете меңешәр һумлыҡ аҡсалата ярҙам да аласаҡ.




Вернуться назад