Рәсәйҙә биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса танылған эксперттарҙың береһе Сергей Капков Торатауға барыуҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Үҙенсәлекле биләмә. Бында урбанистика юҡ, уның ҡарауы, һыу инергә, велосипедта йөрөргә мөмкин. Тик тауға күберәк ихтирам булдырыу фарыз. Уның янына машиналарҙа яҡын килеүҙе тыйыр инем. Туҡталҡаны 500-1000 метр алыҫлыҡта ойошторорға кәрәк, кешеләр йәйәүләп йөрөһөн, – тине ул.
Сергей Капков әйтеүенсә, тауға менеүгә рөхсәт мәсьәләһен республика халҡы хәл итергә тейеш.