Башҡортостандан өс проект “Көмөш уҡсы-Волга буйы” йәмәғәтселек бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендәге премия еңеүсеһе булды.
Улар Business FM Өфө радиостанцияһы ойошторған «Science Slam» конкурсы (“Киләсәк технологияларын үҫтереү” номинацияһы), икәүһе “Мегафон” компанияның Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе әҙерләгән проекттар: “База станциялары юғарылығынан Башҡортостан тәбиғәте” (“Корпоратив коммуникациялар” номинацияһы) һәм “Орел һәм решка” террабашҡортса”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста 2018 йылда Волга буйы федераль округында тормошҡа ашырылған проекттар ҡатнашты. Премияның жюри ағзалары иҫәбенә Волга буйының власть органдарында һәм эре бизнес структураларында эшләгән коммуникациялар буйынса эксперттар, федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре инде.