Өфөлә “Ос” (“Взлетай”) беренсе мәктәп белеме форумы асылды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсеү тәҡдимен индерҙе. Уның фекеренсә, балалар мәктәп программаларынан бик арый, ял көндәрен улар ғаиләһе менән бергә үткәрергә тейеш. Биш көнлөк уҡытыуға күскән осраҡта, уҡытыусыларҙың эш хаҡы ҡыҫҡартылмаясаҡ.
Дәрестәр үткәрелмәгән 32 шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте. Мәҫәлән, беренсе шәмбелә дөйөм мәктәп спартакиадаһы үткәрергә, икенсеһендә иһә тыуған яҡты өйрәнергә мөмкин.