
Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, йәнтөйәккә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас. Күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ быны яҡшы аңлай, тоя һәм хыялдарын тормошҡа ашыра.
Бында “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә күп кенә йылдар уҙған. Шул дәүерҙә милләттәштәребеҙ Татарстанда, Башҡортостанда үткән күп сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған. Мәҫәлән, “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле халыҡ исемен яулап, йыл һайын концерт ойоштора. “Шоңҡар” ойошмаһында 30-ҙан артыҡ кеше шөғөлләнә. Йылдар араһында уларҙың һаны үҙгәреп торһа ла, төп исемлектә иң әүҙемдәре ҡала килә. Рәмилә Йосопова, Рауза Мусина, Миңзәлә Ғүмәрова, Ғәйнетдин Хисамов, Фәриҙә Баһаува, Риф Аралбаев, Люциә Солтанова, Айгөл Балаһетдинова, Әнфисә Бикбулатова һәм башҡалар. Бындағы һәр кеше ижадсы, матурлыҡты күрә, тоя белә. Күптәре шиғыр, әҫәрҙәр ижад итә. Шуны иҫәпкә алып, “Шоңҡар” ойошмаһы әҙәби берләшмә асырға булды.
Уртаҡ фекерҙәрҙе ишетер өсөн беренсе ултырыш үткәрелгәйне лә инде. Уның һөҙөмтәһе булараҡ берләшмәгә исем һайлар өсөн социаль селтәрҙә конкурс иғлан ителде. Финалға өс исем сыҡты – “Уралтау”, “Илһам”, “Аманат”. Шиғри берләшмәнең киләсәге, яҙмышы, эшмәкәрлеге ҡайһы исем менән дауам итерен иһә икенсе ултырыш билдәләне. Кисәгә ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Унда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Әхтәр улы Хәсәнов, “Иҙел – Урал” хәйриә фонды етәксеһе, шағир Рәҡит Йәүҙәт улы Әбделмәнов, Башҡортостан менән Татарстандың дуҫлыҡ күперен булдырған “Ағиҙел” ойошмаһы етәксеһе Маузир Ғиниәтуллин ҡатнашты.
Кисәне “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Йосопова асты. Ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итеп, бөгөнгө интернет селтәре уратып алған заманда һүҙ ҡәҙеренең кәмей төшөүе, йылы аралашыу етмәүе, халҡыбыҙҙың тел байлығын кешеләргә еткереү маҡсатында әҙәби берләшмәнең кәрәклеге хаҡында әйтте. “Арабыҙҙағы талантлы ижадсыларыбыҙҙың әҫәрҙәре киләсәк быуынға ла етһен, үҙебеҙҙең башҡорт телен үҫтереүгә лә өлөшөбөҙ инер!” – тине ул.
Был фекерҙе башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Балаһетдинова ла күтәреп алды. Уҡыусыларға үҙебеҙҙең авторҙарҙың шиғырҙарын ятларға бирер инек, тигән тәҡдимен әйтте лә, үҙенең уҡыусыһы менән Рауза Мусинаның ике шиғырын яттан һөйләне. Фәриҙә Баһаува ла кисәгә Рәмилә Йосопованың “Ғүмерем көҙө” шиғырын әҙерләп килгәйне. Шиғри күстәнәсен Миңзәлә Ғүмәрова ла ишеттерҙе.
“Иҙел – Урал” хәйриә фонды етәксеһе, шағир, яҡташыбыҙ Рәҡит Әбделмәнов, был юҫыҡта тәжрибәле кеше булараҡ, үҙ фекере менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индерҙе. Мәҫәлән, авторҙарҙың шиғырҙарын йыйынтыҡ итеп сығарыуға булышлыҡ итәсәген белдерҙе, шулай уҡ яңы шиғырҙарын уҡыны.
Маузир Ғиниәтуллин, башҡорт халҡының маҡсатҡа өлгәшеүсән, тырыш, талантҡа байлығын билдәләп, был эштең барып сығырына бер шигем юҡ, тип уңыштар теләне.
Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ Клара Ишкилдина, Эльвира Зәбихуллина ла ойошмаға мотлаҡ йөрөйәсәктәрен белдерҙе.
Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле уға исем һайлау булды. Был эш кисәнең хөрмәтле ҡунағы, Татарстан башҡорттарының башлығы Ғәли Әхтәр улына тапшырылды. Өс конверт араһынан берәүҙе генә һайлап алып асҡандан һуң, ниһайәт, әҙәбиәт берләшмәһенә исем ҡушылды. “Аманат” атамаһы еңеүсе булып сыҡты. Был исемде тәҡдим иткән Миңзәлә Ғүмәроваға рәхмәт йөҙөнән бүләк тапшырылды.
Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Гөлүзә Буранбаева менән Рәмил Кәримов башҡарыуындағы моңло йырҙар ихлас алҡыштарға күмелде. Артабан түңәрәк өҫтәл янында йылы әңгәмә, һөйләшеү дауам итте. Башҡорт ойошмаһының “Аманат” әҙәби берләшмәһенең әҫәрҙәре йәш быуынға аманат булып яңғыраһын, тигән теләктә ҡалды һәр кем һәм киләһе осрашыу көнөн билдәләне. Ә инде төп тема итеп ҙур ғорурлыҡ менән Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы һайланды.