Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған.
“Ебәктән һәм башҡа шундай ҡиммәтле туҡыманан тегелгән кейемгә ынтылмағыҙ, алтын-көмөштән эшләнгән һауыттан эсмәгеҙ, ашамағыҙ. Уларҙың барыһы ла иманһыҙҙарға – фани донъяла, мөьминдәргә ахирәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән”, – тигән ул. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙға ғына рөхсәт бирелә.
Фани донъяла алтын-көмөш һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә килтереп кенә тора. Улар күп булһа, бәғзе кешенең тормоштоң башҡа гүзәллектәре хаҡында онота башлауы ихтимал. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһының үҙән тулы алтыны булһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн тултырырға теләр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда алтын менән ебәкте тыйыу – барҙы исраф итеүгә, мал туҙҙырыуға, артыҡ ҡупшыланып йөрөүгә ҡаршы алып барылған көрәштең бер өлөшө. Байлығы артҡан һайын, бәғзе кешенең күңеле ярлылана барыуы, рухы зәғифләнә төшөүе, араларҙа татыулыҡ бөтөүе ихтимал бит.
Шул уҡ ваҡытта алтын өсөн ҡан ҡойоп, йән ҡыйып йөрөү мосолман эше түгел. Пәйғәмбәребеҙ уны тәнгә шифаһы булһын өсөн генә файҙаланырға кәңәш биргән.