Өфөнө кем матурайтыр?01.02.2019
Өфөгә ҡала киңлеген ойоштороу оҫталарының береһе, Мәскәүҙәге Горький паркы кеүек танылған проекттар авторы Сергей Капков килде. Ул Торатауҙа булды, баш ҡала парктарын, М. Нестеров исемендәге музейҙы ҡарап сыҡты, урындағы әүҙемселәр менән осрашты. Беҙгә ул республика етәксеһе Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса килде.

Башҡортостанда Сергей Капков республика ҡалаларын төҙөкләндереү стандарттарының берҙәм программаһын эшләйәсәк. Уға республика Хөкүмәте ҡарамағындағы йәштәр командаһы ярҙам итәсәк.

Оҫта Өфөләге ҡайһы бер объекттарҙы төҙөкләндереүгә ҡарата фекер уртаҡлашты, Ағиҙел йылғаһының яр буйын уникаль проект тип билдәләне. Эксперт әйтеүенсә, күптән түгел тәртипкә килтерелгән парктарҙы ла яңы стандарттарға яраҡлаштырырға тура киләсәк.





Вернуться назад