Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте.
– Мәсетебеҙ 1996 йылдан эшләй, – ти ул. – Хәҙер инде, байтаҡ ваҡыт үткәнлектән, яңыртыуға мохтаж. Был хаҡта урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт иткәйнем, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, иман йортоноң торошо менән килеп танышып, ремонт яһауҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Был эште “Акрополь” йәмғиәте бригадаһы башҡарасаҡ.
Миҙхәт хәҙрәт әйтеүенсә, мәсеткә 15-ләп кеше йөрөй. Араларында өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар. Йома намаҙҙарын ҡалдырмай йөрөүҙәренә, сафтың аҙлап булһа ла арта барыуына һөйөнә диндар.
– Әҙәм балаһы бит яҡшыға эйәрергә генә тора, – ти ул. – Ауылдаштарыбыҙ ҙа гелән яҡтылыҡҡа ынтылып, күркәм сифаттарҙы өлгө итеп йәшәй, әл-хәмдү лил-ләһ. Финанс яғына килгәндә, йыйылған хәйер аҡсаһы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә китеп тора. Мәғлүм ки, был – барлыҡ мәсеттәрҙең тиерлек эшмәкәрлегенә хас күренеш. Иман йортона ремонт яһау үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәҫ ине – һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер урындағы етәкселеккә ҙур рәхмәт!