Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына01.02.2019
“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған. Уның мөдире Эльмира Ғарифуллина хәбәр итә:

“Эшмәкәрлегебеҙҙең төп маҡсаты – ауыр хәлгә дусар булған ғаиләләргә булышлыҡ итеү. Яҡты көн­гә ышанысы һүнгән, өмөтө өҙөлгәндәр тәү сиратта йылы һүҙгә, яҡшы мөғәмәләгә мохтаж, бәләкәй генә ярҙам да уларҙың күңеленә йәшәү осҡоно һалғандай.

Бүлексәлә әле һигеҙ кеше эшләй. Социаль йә­һәттән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәгән, ҡыйынлыҡтарға дусар булған ишле ғаиләләрҙе үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алабыҙ. Уларҙы кейем-һалым, кәнсә тауарҙары менән тәьмин итергә тырышабыҙ, шулай уҡ юридик, психологик ярҙам күрһәтәбеҙ.
Йыл дауамында беҙгә 1673 кеше булышлыҡ ҡылыуыбыҙҙы һорап мөрәжәғәт итте, 12 ғаиләне яҡлауға алдыҡ. Ҡартайған көнөндә яңғыҙ ҡалған өлкәндәр, инвалидтар хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Ярҙамға мохтаж һәр кемгә тейешле социаль ярҙам алыу өсөн документтар йыйырға ла ярҙам итәбеҙ, аңлатыу эше алып барабыҙ”.





Вернуться назад