Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан01.02.2019
“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе. – Һуңғы йыл­дарҙа иһә ауылда 60 йәште үткән бер инәй дин юлына баҫты. Хәйерҙе уға бирәбеҙ. Әммә ошо инәй элек насар холоҡло була торғайны. Шуға уның янында ике төрлө тойғо кисе­рәм…”

Хатҡа дини китаптар, диндарҙарыбыҙҙың әйткәне нигеҙендә яуап бирергә тырышабыҙ.

Был донъяла иң ҡәҙерле, әһәмиәтле нәмә – ваҡыт. Уны әҙәм балалары төр­лөсә үт­кәрә. Бе­рәү­ҙәр һәр көндөң, сә­ғәттең ҡәҙерен белеп, үҫеш­кә, ка­миллыҡҡа ын­тыл­һа, икенселәргә бындай ихтыяж һуңлабыраҡ килә. Шул уҡ мәлдә һәр ҡаҙанышҡа ла тиҙ генә өлгәшеү мөмкин түгел.

Динебеҙҙең тарихынан ми­ҫал килтерәйек. Пәйғәм­бә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Му­са әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!” тип баш­ларға ҡуша. Әммә ғәмәлдең күп­ме ваҡыт алырын билдә­ләмәй. Был саҡырыу “Ҡөрь­ән Кәрим” тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш: унда әҙәм балаһының күңе­лен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә.

“Саҡырыуҙы ҡабул иткән­дәрҙе артабан намаҙға өй­рәт”, – ти сәхәбәгә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡы­тын ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй.

Тимәк, Ислам юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Ҡабаланғанда иһә башланған эшеңдең дә селпәрәмә килеүе ихтимал.

Ошонан сығып әйткәндә, иманға килгән әҙәмгә “ул элек шундай ине, тегеләй ҡыланды” кеүек баһа биреү бер ҙә ки­леш­мәй. Нисәмә йыл буйы диндән сит­ләшеп йәшәргә мәжбүр ителгән халҡыбыҙҙың әле әкренләп булһа ла иманға ҡайтыуын ихлас күңелдән хупларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә кемдер быға ҡәҙәр ниндәйҙер хата ҡылған, яңылыш юлда йө­рө­гән, әммә тәүбә ҡылып, Ислам­ға килгән икән, ҡыуа­нырға ғына кәрәк. Уға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтһәк, ғи­лемен, иманын арттырырға булышлыҡ итһәк, хәйерле булыр.

Мосолман ҡәрҙәшенең уңышына шатлана, кәмсе­ле­ген күрһә, көйөнә, етеш­һеҙ­лектәренән ҡотҡарыу өсөн барлыҡ көсөн һалырға бурыслы. Шул саҡта ғына динебеҙгә юл нығыраҡ асылыр, дөйөм маҡсатыбыҙ тор­мошҡа ашмай ҡалмаҫ. Өҫтәүенә халҡы­быҙҙың “Үҙең­дән башҡаны фәрештә тип бел” тигән матур әйте­мен дә хәтерҙән сығарырға ярамай. Уның нигеҙендә ҙур хикмәт, аҡыл ята.

Хәйер биреүгә килгәндә, уның бер төрө – мохтаж­дарға ярҙам итеү. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә булышлыҡ ҡылыу Исламда төп урында тора. “Әгәр ҙә байҙар ғәҙеллек зәҡәтен ғәҙеллек менән бирә торған булһа, Ер йөҙөндә фәҡирҙәр ҡалмаҫ ине”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

Шул уҡ ваҡытта дине­беҙҙә баҡыйлыҡҡа күскән­дәр рухына хәйер биреү ҙә бар. Мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йыл­лығын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы борон-борондан килә. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡ­лашыу бул­һа, икенсе яҡтан, мәр­хүм­дең рухына хәйер бире­лә, доға ҡылына. Шул үҙе­беҙгә бәрәкәт, күңел ты­ныс­лығы булып әйләнеп ҡайта.

Ләкин хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү – барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.

Һәр саҡ бер-беребеҙҙең тик яҡшы яҡтарын күреп, ба­ҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең ру­хына хәйер биреп, күңел ты­ныслығында йәшәргә яҙһын.


Вернуться назад