Ҡотлайбыҙ!01.06.2012
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, әсәйебеҙ Ҡарабаева Гәүһәр Фәтих ҡыҙын ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә аяҙ күк йөҙө, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлебеҙ һин! Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Алдағы көндәрең тыныслыҡта, бәрәкәттә һәм бәхеттә үтһен.
Тормоштоң иң йәмле сағы,
65 йәш — ул әҙ әле.
Алда әле — күпме шатлыҡ,
Күпме бәхет, наҙ әле!
Ғүмерҙең бер миҙгеле —
Туҡтап бер йырлап алыу.
Үткәндәргә шөкөр итеп,
Киләсәккә юл һалыу!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең
Булат, балаларың.