"Грамоталы, театр һөйгән йәштәр үҫтерәйек"31.01.2019
Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проектының Йәмәғәт советы составына инде. Быйылғы беренсе ултырышта уҡ яҡташыбыҙ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

“Рәсәйҙә дөрөҫ яҙыу акцияһы үтте. Минеңсә, беҙҙең башҡорттар араһында ла ошондай сара ойоштороу мөһим. Һөҙөмтәлә йәштәребеҙҙә һәм әлеге быуында грамоталылыҡты үҫтереүгә өлөш индереләсәк”, – тине Асҡар Абдразаҡов.

Ул шулай уҡ балаларҙы театрға йәлеп итеү кәрәклеген әйтте.

“Йәш быуынға спектакль күрһәтер алдынан театр буйлап йөрөтөргә, костюмдарҙы, декорацияларҙы күрһәтергә, тарихты һөйләргә кәрәк. Был бик мөһим. Шуның менән бергә беҙ йәш тамашасыларыбыҙҙы үҫтерәсәкбеҙ”, – тине яҡташыбыҙ.


Вернуться назад