Һынамыштар01.06.2012
- Июнь – иң яҡты ай. Уңышҡа йыраҡ, әммә күңелдә – шатлыҡ: донъя сәскәгә күмелгән, йәшеллек күҙҙе иркәләй.
- Июндә тәүге еләк бешә. Эҫе көндәр башлана.
- Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
- Июндә балыҡ ҡапмай.
- Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола.
- Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа – көн яҡшы торасаҡ.
- Әгәр ҙә иртән үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға.
- Һыу тап-таҙа булып, үтә күренеп ятһа – ямғырға.