Улар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен үлтергән террорсыларҙы ҡырҙы... Юҡ, ысынбарлыҡта түгел, уйын был. Бөгөн Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге көстәренең етәкселек составы уҡыу-методик сборға йыйылды.Бындай сара Рәсәйҙә өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Тәүге икәүһе Мәскәүҙә ойошторолғайны, сираттағыһын үткәреү урыны итеп Өфө һайланды. Республикабыҙҙың баш ҡалаһына ОМОН, СОБР, хәрби спецназ подразделениеларының 450 етәксеһе килде.
“Өфөлә күнекмәләр үткәреү өсөн тейешле шарттар бар, – тине Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең баш командующийы генерал-полковник Сергей Меликов. – Бында беҙҙең махсус тәғәйенләнештәге иң алдынғы отрядтарыбыҙҙың береһе урынлашҡан. Ул беҙҙең өсөн, милли гвардиябыҙ ғәскәрҙәре өсөн юғары абруйлы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.
Бынан тыш, Башҡортостанда тыуып үҫкән күп офицерҙар, генералдар беҙҙең ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итте һәм итә. Ғөмүмән, арабыҙҙа – йылы, матур мөнәсәбәт. Республика халҡының, өфөләрҙең ҡунаҡсыллығы күнекмәләрҙең сифатлы үтеүенә булышлыҡ ҡылды”.